Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 16:18 - Изге Яҙма

18 Раббы ҡорамында шәмбе көндәрендә ғибәҙәт ҡылыу өсөн файҙаланылған көплө юлды һәм батшалар ҡорамға инеп йөрөгән айырым ишекте Раббы йортонан алып ташлатты. Быларҙың барыһын да Ахаз Ашшур батшаһына ярар өсөн эшләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 16:18
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

табынындағы зиннәтле ризыҡтарҙы, ярандарының ни рәүешле ултырыуын, матур итеп кейенгән хеҙмәтселәренең һәм шарап ҡойоусыларының үҙҙәрен тотошон, Раббы ҡорамында килтерелгән тотош яндырыу ҡорбандарын күреп, һушы-аҡылы китте.


Шунан уларға былай тип бойорҙо: – Һеҙ былай итегеҙ: шәмбе көндө хеҙмәтен башҡарған һаҡсыларҙың өстән бер өлөшө батша һарайын һаҡлаһын,


Ахаз батша киҫмәктәр ҡуйылған таяуҙарҙың тирәстәрен һындырып ташлатты, уларҙың өҫтөндәге йыуынғыстарҙы алдырҙы. Баҡырҙан яһалған үгеҙ һындары өҫтөндә торған «диңгеҙ» тип аталған һауытты төшөрөп, таш нигеҙ өҫтөнә ҡуйҙырҙы.


Ахаздың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.


Был ҡапҡа һаҡсыларының нәҫелдәре Батша ҡапҡаһы төбөндә әле лә һаҡта тора. Уларҙың ата-бабалары левиҙәр тупламында һаҡсылар булған.


Бары тик хаким – хаким булған өсөн генә – шул ҡапҡа бинаһының эсендә Раббы хозурында ултырып икмәк ашар; ул ҡапҡа айуаны аша инер һәм шул уҡ юлдан кире сығыр.


Хаким тышҡы ихата яғынан, ҡапҡа айуанынан инер ҙә ҡапҡа бағанаһы янына баҫыр. Ҡаһиндар уның тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын тәҡдим итер. Хаким, ҡапҡа тупһаһында тороп, Раббыға сәждә ҡылыр, шунан килгән юлынан сығып китер. Ә ҡапҡа кискә тиклем ябылмаһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ