Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 16:14 - Изге Яҙма

14 Раббы хозурында торған баҡыр ҡорбан усағын ул, Раббы ҡорамының алдынан – яңы ҡорбан усағы менән Раббы ҡорамы араһында торған урынынан алып, әлеге яңы ҡорбан усағынан төньяҡтараҡ урынлаштырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 16:14
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Урияһ ҡаһин, Ахаз батша Дамасктан ҡайтҡанға тиклем, ул ебәргән өлгө буйынса тап шундай ҡорбан усағы яһатып ҡуйҙы.


Үҙенең тотош яндырыу ҡорбанын яндырҙы, икмәк саҙаҡаһы, түкмә ҡорбан килтерҙе, ҡорбан усағына татыулыҡ ҡорбанының ҡанын һирпте.


Ахаз батша Урияһ ҡаһинға: – Иртәнге тотош яндырыу ҡорбанын, киске икмәк саҙаҡаһын, батшаның тотош яндырыу ҡорбанын һәм икмәк саҙаҡаһын, илдең бөтә халҡының тотош яндырыу ҡорбандарын һәм икмәк саҙаҡаларын, халыҡтың түкмә ҡорбандарын ошо ҙур ҡорбан усағында килтер. Бөтә ҡорбандарҙың, тотош яндырыу ҡорбандарының ҡанын ошо усаҡҡа һирп. Ә баҡыр усаҡты күрәҙәлек итеү өсөн үҙем тотонасаҡмын, – тип бойорҙо.


Ғивғондағы Раббы сатыры алдында Хурҙың ейәне, Уриҙың улы Бесалил эшләгән баҡыр ҡорбан усағы була. Сөләймән йыйын менән бергәләп шуның алдында Раббыға сәждә ҡылып мөрәжәғәт итә.


Ахаз батша үҙе батшалыҡ иткән осорҙа хыянат ҡылып сығарып ташлаған бөтә һауыт-һабаны алып килеп изгеләндерҙек. Бына улар Раббының ҡорбан усағы алдында тора.


Сөләймән баҡырҙан ҡорбан усағы эшләтә, уның буйын да, иңен дә егерме терһәк, бейеклеген ун терһәк иттерә.


Сәрүәр ағасынан ҡорбан усағы эшлә. Ул – дүрткел, буйы ла, иңе лә биш, ә бейеклеге өс терһәк булһын.


Ҡорбан усағының дүрт мөйөшөнә лә уның менән бер бөтөн итеп дүрт мөгөҙ эшлә. Ҡорбан усағының өҫтөн баҡыр менән көплә.


Осрашыу сатыры алдына тотош яндырыу ҡорбаны усағын урынлаштырҙы һәм уның өҫтөндә тотош яндырыу ҡорбаны һәм икмәк саҙаҡаһы килтерҙе. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.


Ҡорбан яндырыу өсөн тәғәйенләнгән ҡорбан усағын Осрашыу сатыры алдына урынлаштыр.


Улар, Минең менән үҙҙәре араһында бер генә диуар ҡалдырып, тупһаларын – Минең тупһама, ишек яңаҡтарын Минең ишек яңаҡтарына терәп ҡуйҙылар, ерәнгес ҡылыҡтары менән Минең изге исемемде нәжесләнеләр. Шуға күрә Мин, асыуым ҡабарып, уларҙы һәләк иттем.


Шулай итеп, тәҡүә Һабил ҡанынан алып, һеҙ ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтергән Бәрәхъяһ улы Зәкәрьяһтың ҡанына тиклем, ер йөҙөндә түгелгән бөтә тәҡүә кешеләрҙең ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ