Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 16:11 - Изге Яҙма

11 Урияһ ҡаһин, Ахаз батша Дамасктан ҡайтҡанға тиклем, ул ебәргән өлгө буйынса тап шундай ҡорбан усағы яһатып ҡуйҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 16:11
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахаз батша Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр менән осрашырға Дамаскка барғанында ундағы ҡорбан усағын күрҙе. Был усаҡтың һәр бер үҙенсәлеген сағылдырған өлгө эшләтеп Урияһ ҡаһинға ебәрҙе.


Дамасктан ҡайтҡас, батша ҡорбан усағын күрергә килде, эргәһенә килеп, өҫтөнә менде һәм унда ҡорбан ғәмәле ҡылды.


Раббы хозурында торған баҡыр ҡорбан усағын ул, Раббы ҡорамының алдынан – яңы ҡорбан усағы менән Раббы ҡорамы араһында торған урынынан алып, әлеге яңы ҡорбан усағынан төньяҡтараҡ урынлаштырҙы.


Урияһ ҡаһин Ахаз батшаның ҡушҡандарын еренә еткереп үтәне.


Раббының: «Минең исемем Йәрүсәлимдә төйәкләнер» тигән ҡорамында ят илаһтарға ҡорбан усаҡтары төҙөттө.


Менашше Ашераның ҡолғаһын Раббы ҡорамына урынлаштырҙы. Ә бит Раббы Дауыт менән уның улы Сөләймәнгә: «Был йортта һәм Мин Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлимдә исемем мәңгегә төйәкләнер.


Раббының: «Минең исемем Йәрүсәлимдә мәңгегә төйәкләнер» тигән ҡорамында ят илаһтарға ҡорбан усаҡтары төҙөтә.


Урияһ ҡаһин менән Йәвәрәхъяһ улы Зәкәрьяһты үҙемә ышаныслы шаһит итеп һайланым.


«Пәйғәмбәр ҙә, ҡаһин да аллаһыҙ, Хатта йортомда ла ҡәбәхәтлек ҡылғандарын күрҙем, – тип белдерә Раббы. –


Ҡаһиндары Минең ҡанунымды боҙҙо, изге әйберҙәремде нәжесләне, хәрәм менән хәләлде айырманы, пак менән нәжес араһындағы айырманы өйрәтмәне, Минең шәмбе көндәремде һанға һуҡманы, һәм Мин улар араһында бысрандым.


Бына, мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа һәм башҡа уйын ҡоралдары тауыштарын ишетеү менән, бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, йөҙтүбән ҡапланып, Навуходоносор батша ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылдылар.


Халҡым белекһеҙлектән һәләк булды. Һин белемде кире ҡаҡҡан өсөн Мин дә һине кире ҡағам – Башҡа Миңә ҡаһинлыҡ итмәҫһең. Һин Аллаңдың ҡанунын оноттоң – Мин һинең балаларыңды онотормон.


Әфраим йәберләнгән, хөкөмдән тетрәнгән, сөнки ул юҡ-бар нәмәләр артынан эйәрергә тәүәккәлләне.


Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихтең хеҙмәтсеһе булмаҫ инем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ