ІV Батшалар 16:10 - Изге Яҙма10 Ахаз батша Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр менән осрашырға Дамаскка барғанында ундағы ҡорбан усағын күрҙе. Был усаҡтың һәр бер үҙенсәлеген сағылдырған өлгө эшләтеп Урияһ ҡаһинға ебәрҙе. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Беҙ былай тинек: «Киләсәктә беҙҙең менән һеҙҙең йәки киләсәк быуындарыбыҙҙың араһында шундай һүҙ сыҡһа, беҙ: „Тотош яндырыу йәки башҡа ҡорбандар өсөн түгел, ә һеҙҙең менән беҙҙең арала шаһит булып торһон өсөн ата-бабаларыбыҙ Раббының ҡорбан усағына оҡшатып ҡорған ҡорбан усағына күҙ һалығыҙ“, – тип әйтербеҙ.