37 Ул батша булған осорҙа Раббы Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Пеҡах Ремалъяһ улын Йәһүҙәгә һөжүм иттерҙе.
Шул осорҙа Раббы Исраилдың биләмәләрен аҙайта башланы. Арам батшаһы Хазаил, исраилдарҙы еңеп, Иордан йылғаһының көнсығышында Ғад, Рәүвән, Менашше ырыуҙары йәшәгән Ғилғәд ерҙәрен, Арнон үҙәнендәге Ғароғерҙан алып Ғилғәд менән Башанға тиклемге Исраил ерҙәрен ҡулына төшөрҙө.
Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең илле икенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Пеҡах Ремалъяһ улы ултырҙы һәм егерме йыл батшалыҡ итте.
Йоҫамдың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Йоҫам үлеп, ата-балалары хозурына күсте һәм боронғо бабаһы Дауыттың ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Урынына улы Ахаз батша булды.
Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Пеҡах Ремалъяһ улы Йәрүсәлимгә һөжүм итте. Ҡаланы ҡамап торһалар ҙа, Ахазды еңә алманылар.
Ремалъяһ улы Пеҡах батша бер көндә Йәһүҙәнең йөҙ егерме мең яугирен ҡырып һала, сөнки улар ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлаған була.
Ғуззияһтан тыуған Йоҫамдың улы Ахаз Йәһүҙәгә батшалыҡ иткән осорҙа, Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Ремалъяһ улы Пеҡах Йәрүсәлимгә һөжүм иттеләр, әммә ҡаланы ҡулға төшөрә алманылар.
Сөнки Дамаск – бары тик Арамдың баш ҡалаһы; Ресин да бары тик Дамасктың башлығы. Әфраим алтмыш биш йылдан тар-мар ителер, Ул халыҡ булыуҙан туҡтар.
Ә хәҙер уларҙы тоторға бик күп балыҡсылар ебәрәм, – тип белдерә Раббы, – һәм уларҙы балыҡ һымаҡ тотасаҡтар. Шунан һуң бик күп аусылар күндерәм, уларҙы һәр тауҙан, һәр ҡалҡыулыҡтан, ҡая ярыҡтарынан ҡыуалаясаҡтар.
Ҡарағыҙ, Минең исемем менән аталған ҡалаға һәләкәт юллайым икән, әллә һеҙ язаһыҙ ҡалырбыҙ тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һеҙ язаһыҙ ҡалмаясаҡһығыҙ, сөнки Мин ер йөҙөндә йәшәгәндәрҙең барыһына ҡаршы ҡылыс саҡырам», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Шунан уларға әйт: «Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Бына, Мин Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы бында алып киләм. Уның тәхетен йәшерелгән ошо таштар өҫтөнә ҡуям. Ошонда ул үҙенең күркәм сатырын ҡорор.
Былар ғәмәлгә аша башлағас, ҡурҡмайынса һындарығыҙҙы турайтып баҫығыҙ, баштарығыҙҙы күтәрегеҙ, сөнки һеҙҙең ҡотолоуығыҙ яҡын.
Раббы муйынығыҙға тимер ҡалып кейҙерер, һәм һеҙ, әжәлегеҙ еткәнсе ризыҡҡа, һыуға, кейемгә тилмереп, мохтажлыҡта дошмандарығыҙға хеҙмәт итерһегеҙ.
Ул көндө Мин Ғәлигә уның нәҫеле тураһында әйткәндәремдең барыһын да ғәмәлгә ашырасаҡмын. Башлармын да тамамлап та ҡуйырмын.