36 Йоҫамдың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Рехавғамдың башҡа эштәре, ул ҡылған бөтә ғәмәлдәр тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәгәйне. Халыҡ унда ҡорбан килтереүен, хуш еҫ төтәтеүен дауам итте. Йоҫам Раббы ҡорамының Юғары ҡапҡаһын төҙөттө.
Ул батша булған осорҙа Раббы Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Пеҡах Ремалъяһ улын Йәһүҙәгә һөжүм иттерҙе.
Йеһорамдың ҡалған бөтә ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.