35 Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәгәйне. Халыҡ унда ҡорбан килтереүен, хуш еҫ төтәтеүен дауам итте. Йоҫам Раббы ҡорамының Юғары ҡапҡаһын төҙөттө.
Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәне. Халыҡ уларҙа ҡорбан килтереүен һәм хуш еҫ төтәтеүен дауам итте.
Йоҫамдың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәне. Халыҡ һаман да уларҙа ҡорбан салыуын һәм хуш еҫ төтәтеүен дауам итте.
Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарын емерҙе, табыныу бағаналарын ватты, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡып ташланы, шулай уҡ Муса яһаған баҡыр йыланды юҡ итте. Сөнки исраилдар, Нехуштан тип исем ҡушып, шул көндәргә тиклем уның алдында хуш еҫ төтәтә торғайны.
Шунан йөҙ баштары, түрәләр, халыҡ башлыҡтары һәм илдең бар халҡы оҙатыуында батшаны Раббы ҡорамынан алып сыға. Улар Юғары ҡапҡа аша батшаны һарайға алып киләләр һәм тәхеткә ултырталар.
Хизкияһ, ошо Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә фәҡәт ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылырға һәм хуш еҫ төтәтергә ҡушты түгелме?