22 Менахем үлеп, аталары хозурына күсте. Уның урынына улы Пеҡахъяһ тәхеткә ултырҙы.
Явеш улы Шаллум Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм, уны халыҡ алдында үлтереп, урынына батша булды.
Менахем батшалыҡ иткән дәүерҙәге башҡа ваҡиғалар, уның бөтә ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең илленсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Пеҡахъяһ Менахем улы ултырҙы һәм ике йыл батшалыҡ итте.