17 Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ туғыҙынсы йылында Самарияла Исраил тәхетенә Менахем Ғади улы ултырҙы һәм ун йыл батшалыҡ итте.
Яровғамдың Исраилға батшалыҡ итеүенең егерме етенсе йылында Йәһүҙәгә Ғазаръяһ Амасъяһ улы батша булды.
Тирсанан Самарияға Менахем Ғади улы килеп Шаллум Явеш улын үлтерҙе һәм урынына тәхеткә ултырҙы.
Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне.
Исраил батшаһы Пеҡах Ремалъяһ улы батшалығының икенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йоҫам Ғуззияһ улы ултырҙы.
Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ һигеҙенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Зәкәрьяһ Яровғам улы ултырҙы һәм алты ай батшалыҡ итте.
Ризалығымдан башҡа үҙҙәренә батша ҡуйҙылар, Миңә әйтмәй башлыҡ һайланылар. Үҙ баштарына һәләкәт юллап, Алтын-көмөштәренән боттар ҡойҙолар.