1 Яровғамдың Исраилға батшалыҡ итеүенең егерме етенсе йылында Йәһүҙәгә Ғазаръяһ Амасъяһ улы батша булды.
Йәһүҙә халҡы Амасъяһ урынына уның ун алты йәшлек улы Ғазаръяһты тәхеткә ултыртты.
Амасъяһ Йоаш улының Йәһүҙәгә батшалыҡ итеүенең ун бишенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Яровғам Йеһоаш улы ултырҙы һәм ҡырҡ бер йыл батшалыҡ итте.
Яровғам үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, Исраил батшалары янында ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Зәкәрьяһ ултырҙы.
Ғуззияһтың Йәһүҙәгә батшалыҡ итеүенең утыҙ туғыҙынсы йылында Самарияла Исраил тәхетенә Шаллум Явеш улы ултырҙы һәм бер ай батша булды.
Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ туғыҙынсы йылында Самарияла Исраил тәхетенә Менахем Ғади улы ултырҙы һәм ун йыл батшалыҡ итте.
Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең илленсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Пеҡахъяһ Менахем улы ултырҙы һәм ике йыл батшалыҡ итте.
Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең илле икенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Пеҡах Ремалъяһ улы ултырҙы һәм егерме йыл батшалыҡ итте.
Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ һигеҙенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Зәкәрьяһ Яровғам улы ултырҙы һәм алты ай батшалыҡ итте.
Шунан һуң Йәһүҙә халҡы ун алты йәшлек Ғуззияһты атаһы Амасъяһ урынына батша итеп ҡуя.
Йәһүҙә батшалары Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ замандарында Амус улы Ишағыяһҡа Йәһүҙә менән Йәрүсәлим тураһында иңдерелгән күренмеш.