8 Бынан һуң Амасъяһ Йеһуҙан тыуған Йеһоахаздың улы Йеһоашҡа, Исраил батшаһына: «Әйҙә кил, йөҙмә-йөҙ көс һынашайыҡ», – тип илселәр ебәрҙе.
– Әгәр солох төҙөшөргә килһәләр, тереләй ҡулға алығыҙ. Алыш менән килһәләр ҙә тереләй ҡулға алығыҙ! – тип бойорҙо Бен-Һадад.
Йеһоаштың башҡа бөтә ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары, Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ менән һуғышҡаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Әммә Амасъяһ ҡолаҡ һалманы. Шуға күрә Исраил батшаһы Йеһоаш яуға сыҡты һәм Йәһүҙәнең Бейт-Шәмәш ҡалаһында Амасъяһ менән йөҙмә-йөҙ осрашты.
Эдомдарҙы ҡыйратҡандан һуң, Амасъяһ үҙе менән Сеғир халҡының илаһтарын алып ҡайта. Ул уларҙы үҙенең аллалары итә, уларға сәждә ҡылып ҡорбандар килтерә.
Тәкәбберлектән тик ыҙғыш сыға, кәңәшле эш иткәндәр аҡыл йыя.
Ыҙғыш башы быуа йырылыуға тиң, ҡыҙып китмәҫ элек туҡтай һал.
Ахмаҡтың теле ыҙғыш ҡуптара, ауыҙы туҡмаҡҡа сәбәп була.
Маҡсат ҡорғанға тиклем башҡалар менән кәңәшләш, һуғышҡа ла кәңәшләшмәйенсә сыҡма.
хөкөмгә сығарырға ашыҡма; юғиһә аҙаҡтан, яҡының оятҡа ҡалдырғас, нишләрһең?
Әгәр ҙә был халыҡ минең ҡул аҫтымда булһа, мин Авимәләхте ҡыуып ебәрер инем! – тине. Шунан Ғағал Авимәләхкә: – Ғәскәреңде йый ҙа алышҡа сыҡ, – тип һүҙ ташланы.