7 Амасъяһ Тоҙло үҙәндә ун мең Эдом яугирен ҡырҙы. Ул Села ҡалаһын яулап алды һәм уға Йоҡтеил тип исем бирҙе. Был ҡала бөгөнгә тиклем шулай атала.
Дауыт Тоҙло үҙәндә эдомдарҙың ун һигеҙ меңлек ғәскәрен еңеп ҡайтҡанда үҙ исемен данға күмде.
Эдомдың бөтә ерендә ул һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһондо. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандырҙы.
Һин нимә, эдомдарҙы тар-мар иттем, тип эреләнеп киттеңме? Шул еңеүеңә ҡәнәғәт булып, өйөңдә генә ултыр. Нишләп бәлә саҡыраһың? Үҙең дә, һинең менән бергә Йәһүҙә лә тар-мар ителәсәк бит».
Серуяһ улы Авишай Тоҙло үҙәндә эдомдарҙың ун һигеҙ меңлек ғәскәрен ҡыйрата.
Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
Селанан сүл юлы менән Сион тауына, Илдең хакимына бүләккә бәрәстәр ебәрегеҙ.
Эй һин, торлағын ҡая ярыҡтарында һалған, Сәскән дәһшәтең менән йөрәгеңдең тәкәбберлеге алданы һине! Тау түбәләрен төйәк итһәң дә, Ояңды бөркөт кеүек юғарыға ҡорһаң да, Унан да һине бәреп төшөрөрмөн, – тип белдерә Раббы. –
Эй һин, ҡая ярыҡтарында төйәкләнгән. Йортоңдо юғарыла төҙөгән, Йөрәгәңдең тәкәбберлеге алданы һине, Һауаланып: „Кем һуң мине Ергә атып бәрә алыр?“ – тиһең.
Дилған, Миспе, Йоҡтеил,