5 Тәхетендә нығынғас, Амасъяһ атаһы Йоаш батшаны үлтергән ярандарын язаланы.
Әгәр берәү ҡойһа әҙәм ҡанын, Үҙ ҡаны ла кеше ҡулынан түгелһен, Сөнки Алла кешене Үҙ сүрәтендә яратты.
Ашшур батшаһы Пул Исраилға баҫып инде. Менахем Пулдың ярҙамына таянып батшалығын нығытыр өсөн уға мең талант көмөш түләне.
Ил халҡы Амонға ҡаршы фетнә ойошторғандарҙың барыһын да ҡырып, улы Йошияһты батша итеп ҡуйҙы.
Үҙегеҙ йәшәгән ерҙе нәжесләмәгеҙ, сөнки ҡан ерҙе нәжесләй, ерҙе бары тик ҡан ҡойоусының ҡаны менән генә пакландырып була.