27 Раббы Исраилдың исемен ер йөҙөнән юҡ итергә теләмәгәнгә күрә, уларҙы Яровғам Йеһоаш улы аша ҡотҡарҙы.
Әммә Раббы Исраил халҡын йәлләне, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән төҙөшкән килешеүе хаҡына уларға рәхим-шәфҡәт күрһәтте. Уларҙы юҡ итергә теләмәне, әлеге көнгә ҡәҙәр уларҙан ваз кисмәне.
Раббы исраилдарға бер ҡотҡарыусы ебәрҙе. Шулай итеп, халыҡ арамиҙар золомонан ҡотолдо һәм элеккесә үҙ сатырҙарында тыныс йәшәй башланы.
Арам батшаһының Нағаман тигән ғәскәр башлығы бар ине. Хакимы уны ифрат ныҡ хөрмәт итә һәм ололай торғайны, сөнки Раббы уларға Нағаман аша еңеү биргәйне. Нағаман бик ҡаһарман яугир ине, тик махау ауырыуынан йонсоно.
Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙәргә килеп, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе тирә-яғығыҙҙағы бөтә дошмандарығыҙҙан ҡотҡарып именлек биргәс, ер йөҙөндә ғәмәлектәр хаҡында хатта иҫтәлек тә ҡалдырма. Онотма быны!
Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер.
– Туҡтатырға тырышма Мине. Уларҙы ҡырып бөтөрәм, күк йөҙө аҫтында исемдәрен юям. Ә һинән уларҙан да көслөрәк һәм күберәк халыҡты бар ҡылам».
Еңгән кеше аҡ кейем кейәсәк, һәм Мин уның исемен тормош китабынан һыҙмаясаҡмын, Атам һәм Уның фәрештәләре алдында уның исемен танырмын.
Раббы Үҙенең бөйөк исеме хаҡына Үҙ халҡын ташламаҫ, сөнки һеҙҙе Үҙенең халҡы итеүҙе хуш күрҙе.