2 Ул егерме биш йәшендә батша булды һәм Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Йеһоғаддан Йәрүсәлимдән ине.
Йеһоаш Йеһоахаз улының Исраилда батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Амасъяһ Йоаш улы ултырҙы.
Амасъяһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. Әммә уның эштәре боронғо бабаһы Дауыттыҡы һымаҡ булманы. Ул һәр яҡтан атаһы Йоашты ҡабатланы.
Амасъяһ егерме биш йәшендә батша була, Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Йеһоғаддан Йәрүсәлимдән була.