Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 14:13 - Изге Яҙма

13 Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Ахазъяһтан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә алды. Шунан Йеһоаш Йәрүсәлимгә барып, ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 14:13
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Нөгәрҙәр башлығы етәкселегендә халдейҙар ғәскәре Йәрүсәлимде уратып алған диуарҙарҙы емерҙе.


Батшаны әсиргә алып, Ривлаға Бабил батшаһына килтерҙеләр һәм шунда уға хөкөм сығарҙылар.


Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә.


Киләһе йылдың яҙында Навуходоносор, үҙенең кешеләрен ебәреп, уны Бабилға алдырта. Уның менән бергә Раббы ҡорамындағы затлы һауыттарҙы ла алып китәләр. Йеһояхин урынына Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә батша итеп уның яҡын туғаны Сидкияһ тәғәйенләнә.


Бабил батшаһы Навуходоносор уға яу менән килә. Ул Йеһояҡимды бығаулап Бабилға алып китә.


Әфраим ҡапҡаһы, Иҫке ҡапҡа, Балыҡ ҡапҡаһы эргәһенән һәм Хананил манараһы, Меа манараһы янынан үтеп, Һарыҡ ҡапҡаһына тиклем барҙыҡ та Һаҡсылар ҡапҡаһы янында туҡталдыҡ.


Шулай итеп, һәммә халыҡ ботаҡтар йыйып килтереп, үҙ йорто түбәһендә, ихатала, Алла йорто ихаталарында, Һыу ҡапҡаһы, Әфраим ҡапҡаһы майҙанында ҡыуыштар эшләне.


Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә, маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ.


Кешене тәкәбберлеге түбәнһетә, тыйнаҡ кеше хөрмәт ҡаҙана.


– Бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Йәрүсәлим ҡалаһы Хананил манараһынан башлап Мөйөш ҡапҡаһына тиклем Минең өсөн яңынан төҙөлөр.


Тотош ил, Гевағтан Йәрүсәлимдең көньяғындағы Риммонға тиклем, Ғарава тигеҙлеге кеүек булыр. Әммә Йәрүсәлим Бинйәмин ҡапҡаһынан элекке ҡапҡа – Мөйөш ҡапҡаһына, Хананил манараһынан батшаның йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙарына тиклем үҙенең урынында ҡалҡыу булып торор.


Үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ