4 Йеһоахаз Раббыға ялбарҙы һәм Раббы уның доғаһына ҡолаҡ һалды, сөнки Арам батшаһының Исраил халҡын ни тиклем аяуһыҙ иҙгәнен күрҙе.
Алла ир баланың тауышын ишетте. Алла фәрештәһе күктән Хәжәргә: – Һиңә ни булды, Хәжәр? – тип өндәште. – Ҡурҡма, балаңдың илаған тауышын Алла ишетте.
Әгәр ҙә мәгәр атамдың Аллаһы – Ибраһим Аллаһы һәм Исхаҡ ҡурҡып-тетрәнеп торған Алла минең менән булмаһа, һин мине буш ҡул ебәрә инең. Ләкин Алла минең хәлемде, түккән хеҙмәтемде күрҙе: бөгөн төндә Ул мине Үҙе яҡлаған.
Йеһоахаздың ғүмере буйына Арам батшаһы Хазаил исраилдарҙы иҙҙе.
Әммә Раббы Исраил халҡын йәлләне, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән төҙөшкән килешеүе хаҡына уларға рәхим-шәфҡәт күрһәтте. Уларҙы юҡ итергә теләмәне, әлеге көнгә ҡәҙәр уларҙан ваз кисмәне.
Раббы Исраил халҡының ни тиклем ауыр ғазапҡа тарығанын күрә йөрөнө: ҡол булһын, ирекле булһын, уларға ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ бер кем дә юҡ ине.
Уның доғаһы ла, үтенесенең ҡабул ителеүе лә, Аллаға ихлас буйһонғанға тиклем ҡылған бөтә гонаһтары һәм хыянаттары ла, ул табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөткән, Ашераға ҡолғалар, боттар ҡуйҙыртҡан урындары тураһында Хозайҙың яҙмаларында һүрәтләнә.
Беҙ, ураҙа тотоп, Алланан ана шуларҙы һораныҡ, һәм Ул беҙҙе ишетте.
Уға доға ҡылырһың, ишетер, Әйткән нәҙерҙәреңде үтәрһең.
Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.
Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.
Эйе, Исраил халҡының аһ-зарҙары Миңә килеп етте: уларҙың мысырҙарҙан иҙелгәндәрен күреп-белеп торам.
Йә Раббы, бәләгә ҡалғас, Һине эҙләнеләр; Язаң өҫтәрендә булған саҡта Хәсрәтләнеп доғаларын бышылданылар.
Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.
Улар ағасҡа: „Һин – минең атам“, Ташҡа: „Мине һин тыуҙырҙың“, – тиҙәр. Ә Миңә йөҙҙәре түгел, арҡалары менән боролдолар. Әммә өҫтәренә бәлә килһә: „Килә һал, ҡотҡар!“ – тип ялынырҙар.
«Мине саҡыр, һиңә яуап ҡайтарырмын. Һин белмәгән бөйөк серҙәрҙе һиңә әйтермен».
Халыҡ Мусаға килде: – Раббыға ла, һиңә лә ҡаршы телләшеп, гонаһ ҡылдыҡ беҙ. Раббынан ялбарып һора әле, Ул беҙҙән йыландарҙы алһын. Муса, халыҡ хаҡына доға ҡылып, Раббыға ялбарҙы.
Исраил халҡы: – Һинең алдыңда гонаһ ҡылдыҡ! – тип Раббыға ялбарҙы. – Үҙ Аллабыҙҙы ташлап, Бәғелдәргә табына башланыҡ.