Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 13:3 - Изге Яҙма

3 Шул арҡала Раббының Исраилға асыуы ялҡынланды һәм уларҙы оҙаҡ ваҡытҡа Арам батшаһы Хазаил менән Хазаилдың улы Бен-Һададтың ҡулына тапшырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 13:3
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бәғелгә табыныусыларҙы Хазаил үлтерә башлар. Хазаилдың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Йеһу, Йеһуҙың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Ильясиғин юҡ итер.


Шул осорҙа Арам батшаһы Хазаил Ғаҫ ҡалаһына һөжүм итеп, уны ҡулға төшөрҙө, унан Йәрүсәлимгә һөжүм итергә булды.


Йеһоахаздың ғүмере буйына Арам батшаһы Хазаил исраилдарҙы иҙҙе.


Бынан һуң Раббы тотош Исраил тоҡомонан баш тартты, уларҙы дошмандары ҡулына биреп язаланы, һәм, ниһайәт, хозурынан бөтөнләй ҡыуҙы.


Дамаск диуарҙарына ут һалам, Бен-Һадад һарайҙарын ут ялмар».


Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.


Мин һеҙгә, ҡасандыр Мысырға ебәргән һымаҡ, үләт ебәрҙем. Һеҙҙең егеттәрегеҙҙе ҡылыс менән ҡырҙым, аттарығыҙҙы дошмандар ҡыуып алып китте. Мин һеҙҙе мәйеттәрҙең һаҫығын еҫкәргә мәжбүр иттем. Тик барыбер һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –


Раббы һеҙҙе дошмандарығыҙҙан еңелдерер: бер юл менән уларға ҡаршы сығырһығыҙ, ете юл менән уларҙан ҡасып китерһегеҙ. Ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар өсөн ҡурҡыныс ғибрәт булырһығыҙ.


сөнки беҙҙең Аллабыҙ – ялмап йотоусы ут.


Быға асыуланған Раббы исраилдарҙы баҫҡынсылар ҡулына тапшырҙы – тегеләр уларҙы таланы; уларҙы уратып алған дошмандары ихтыярына бирҙе һәм исраилдар дошмандарына ҡаршы тора алмаҫ булды.


Бының өсөн Раббының Исраилға асыуы ҡабарҙы, һәм Ул исраилдарҙы Арам-Наһараим батшаһы Кушан-Ришғаҫаим ҡулына тапшырҙы. Исраил халҡы һигеҙ йыл Кушан-Ришғаҫаим хакимлығы аҫтында булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ