Был хаҡта ишеткәс, Аса Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған бөтә алтын-көмөштө алды ла, ярандары аша Дамаскта йәшәгән Арам батшаһына – Хезион улы Тавриммондың улы Бен-Һададҡа ебәрҙе. Уға былай тип әйтергә ҡушты:
Исраил батшаһы Йеһоаш Бен-Һадад Хазаил улын өс тапҡыр тар-мар итте һәм, атаһы Йеһоахаз батшалыҡ иткән дәүерҙә, Хазаил яулап алған ҡалаларҙың барыһын да кире тартып алды.