Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 13:2 - Изге Яҙма

2 Йеһоахаз Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Неват улы Яровғамдың юлын ҡыуҙы, был гонаһтарҙан ваз кисмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 13:2
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ.


Әммә ул Неват улы Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан – Бейт-Ил менән Данда алтындан ҡойолған башмаҡтарға табыныуҙан – ваз кисмәне.


Ахазъяһ улы Йоаштың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерме өсөнсө йылында Самарияла Исраил тәхетенә Йеһу улы Йеһоахаз ултырҙы һәм ун ете йыл батшалыҡ итте.


Йеһоаш Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Неват улы Яровғамдың юлын ҡыуҙы, уның гонаһтарынан ваз кисмәне.


Әммә улар Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам нәҫеленең гонаһтарынан ваз кисмәне, уларҙың юлын ҡыуҙы. Самарияла алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолға һаман да ҡала бирҙе.


Әммә ул Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының яман эштәрен дауам итте, уларҙан баш тартманы.


Әфраим йәберләнгән, хөкөмдән тетрәнгән, сөнки ул юҡ-бар нәмәләр артынан эйәрергә тәүәккәлләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ