Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 13:19 - Изге Яҙма

19 Алла бәндәһе Ильясиғин: – Биш-алты тапҡыр һуғырға кәрәк ине. Ул саҡта арамиҙарҙы тотош еңгән булыр инең. Хәҙер уларҙы өс тапҡыр ғына еңәсәкһең, – тип асыуланды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 13:19
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Артабан пәйғәмбәр батшаға: – Уҡтарҙы ал, – тине. Исраил батшаһы уҡтарҙы алғас, Ильясиғин уға: – Уҡтар менән ергә һуҡ, – тине. Батша уҡтар менән өс тапҡыр ергә һуҡты ла туҡтаны.


Исраил батшаһы Йеһоаш Бен-Һадад Хазаил улын өс тапҡыр тар-мар итте һәм, атаһы Йеһоахаз батшалыҡ иткән дәүерҙә, Хазаил яулап алған ҡалаларҙың барыһын да кире тартып алды.


– Бер йылдан һуң ошо ваҡытта ҡосағыңда улың булыр, – тине Ильясиғин. – Юҡ, хакимым, – тип ҡаршы төштө ҡатын. – Һин бит Алла бәндәһе, мин ҡолоңдо, зинһар, алдама.


Бына ашты ҡойоп бирҙеләр. Әммә уны ауыҙҙарына ҡабыу менән: – Эй Алла бәндәһе, ҡаҙанда – үлем! – тип ҡысҡырыша башланылар. Ашты бер кем дә ашай алманы.


Алла бәндәһе Ильясиғиндың хеҙмәтсеһе Гехази: «Хужам был арами Нағамандың бүләктәрен алмайынса, бигерәк еңел ебәрҙе. Тере Раббы шаһит: артынан барып, берәй нәмә һорап ҡалайым әле», – тип уйланы.


Алла бәндәһе иһә Исраил батшаһын: – Шундай-шундай урында йөрөмә, сөнки арамиҙар шунда барырға йыйына, – тип иҫкәртеп тора.


Раббы эшен әпен-төпөн башҡарғанға ләғнәт төшһөн! Ҡылысын ҡан ҡойоуҙан тотҡарлағанға ләғнәт төшһөн!


Муса гонаһ ҡорбаны булараҡ килтерелгән кәзә тәкәһе тураһында һораны. Ул иһә яндырылғайны инде. Муса Һарундың иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға бик ныҡ асыуланды.


Мусаның быға бик ныҡ асыуы килде лә Раббыға: – Уларҙың саҙаҡаһына илтифат итмә. Мин уларҙан хатта бер ишәк тә алманым, береһенә бер яманлыҡ ҡылманым, – тине.


Быны күргән Ғайса асыуланды: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы.


Ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, Ғайса уларға асыулы ҡарап алды ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙғайны, ҡулы һауыҡты.


Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ