18 Артабан пәйғәмбәр батшаға: – Уҡтарҙы ал, – тине. Исраил батшаһы уҡтарҙы алғас, Ильясиғин уға: – Уҡтар менән ергә һуҡ, – тине. Батша уҡтар менән өс тапҡыр ергә һуҡты ла туҡтаны.
Шунан уға: – Көнсығышҡа ҡараған тәҙрәне ас! – тип бойорҙо. Батша тәҙрәне асҡандан һуң, Ильясиғин: – Уҡты ат! – тине. Батша уҡты атып ебәрҙе. – Был Раббының еңеү уғы, арамиҙарҙы еңеү уғы! Афеҡта һин арамиҙарҙың ғәскәрен тулыһынса тар-мар итерһең, – тине Ильясиғин.
Алла бәндәһе Ильясиғин: – Биш-алты тапҡыр һуғырға кәрәк ине. Ул саҡта арамиҙарҙы тотош еңгән булыр инең. Хәҙер уларҙы өс тапҡыр ғына еңәсәкһең, – тип асыуланды.
Исраил батшаһы Йеһоаш Бен-Һадад Хазаил улын өс тапҡыр тар-мар итте һәм, атаһы Йеһоахаз батшалыҡ иткән дәүерҙә, Хазаил яулап алған ҡалаларҙың барыһын да кире тартып алды.
Ахыр сиктә улдарының береһенә: – Ҡана, тағы бир, – тигәйне, тегеһе: – Башҡа һауыт ҡалманы, – тип яуап ҡайтарҙы. Май шунда уҡ ағыуҙан туҡтаны.
Муса ҡулын күтәргән саҡта исраилдар өҫтөнлөк алды, төшөргән саҡта ғәмәлектәр еңер булды.