10 Йоаштың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ етенсе йылында, Самарияла Исраил тәхетенә Йеһоахаз улы Йеһоаш ултырҙы һәм ун алты йыл батшалыҡ итте.
Раббы Йеһуға: – Минең күҙ алдымда дөрөҫ булғанды эшләгәнең, Ахав йортона ҡаршы Мин нимә теләгән булһам, барыһын да ҡылғаның өсөн тоҡомоң дүртенсе быуынға тиклем Исраил тәхетендә ултырыр, – тип белдерҙе.
Йеһуҙың Исраилда батшалыҡ итеүенең етенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йоаш ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә ҡырҡ йыл буйы батша булды. Әсәһе Сивья Беер-Шәвәғ ҡалаһынан ине.
Ахазъяһ улы Йоаштың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерме өсөнсө йылында Самарияла Исраил тәхетенә Йеһу улы Йеһоахаз ултырҙы һәм ун ете йыл батшалыҡ итте.
Йеһоаш Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Неват улы Яровғамдың юлын ҡыуҙы, уның гонаһтарынан ваз кисмәне.
Йеһоахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Самарияла ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Йеһоаш ултырҙы.
Йеһоаш Йеһоахаз улының Исраилда батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Амасъяһ Йоаш улы ултырҙы.
Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ Йоаш улы Исраил батшаһы Йеһоаш Йеһоахаз улы үлгәндән һуң ун биш йыл йәшәне.
Шулай итеп, Раббының Йеһуға: «Һинең тоҡомоң Исраил тәхетендә дүртенсе быуынға тиклем ултырыр», – тигән һүҙҙәре бойомға ашты.