Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 12:6 - Изге Яҙма

6 Әммә Йоаштың батшалыҡ итеүенә егерме өсөнсө йыл киткәндә лә ҡаһиндар ҡорамды төҙөкләндерә башламағайны әле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 12:6
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һәр ҡаһин үҙенең ярҙамсыларынан алған аҡсаны Раббы ҡорамының ҡайһы ерен йүнәтергә кәрәк, шунда тотонһон, – тип әмер бирҙе.


Йоаш батша Йеһоядағты һәм башҡа ҡаһиндарҙы саҡырып алды ла: – Нишләп һаман ҡорамды йүнәтмәйһегеҙ? – тип һораны. – Инде ярҙамсыларығыҙҙан көмөш алмағыҙ. Алған көмөштәрегеҙҙе Раббы йортон рәтләүгә бирегеҙ.


Ул, ҡаһиндар менән левиҙәрҙе йыйып, былай ти: – Йәһүҙәнең ҡалаларын йөрөп сығығыҙ, Аллағыҙҙың ҡорамын йылдан-йылға ҡарап-тәрбиәләп торорлоҡ булһын өсөн, бөтә исраилдарҙан көмөш йыйығыҙ, был эште йәһәтләтегеҙ. Әммә левиҙәр ҡабаланмай.


Әммә ҡаһиндар аҙ һанлы булған өсөн, улар тотош яндырыу ҡорбанына тәғәйенләнгән малдарҙың бөтәһенең дә тиреһен тунап өлгөртә алмай. Шуға күрә уларҙың туғандары левиҙәр, башҡа ҡаһиндар үҙҙәрен изгеләндергәнсе һәм эш бөткәнгә тиклем, уларға ярҙамлаша. Левиҙәр ҡаһиндарға ҡарағанда үҙҙәрен изгеләндереүгә етдирәк мөнәсәбәттә була.


Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.


Башҡалар, Ғайса Мәсихкә ҡулай булғанды түгел, ә үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра.


үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ