Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 12:5 - Изге Яҙма

5 Һәр ҡаһин үҙенең ярҙамсыларынан алған аҡсаны Раббы ҡорамының ҡайһы ерен йүнәтергә кәрәк, шунда тотонһон, – тип әмер бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 12:5
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яровғамдың батшаға ҡаршы фетнә күтәреүенең сәбәбе былай: Сөләймән Миллоны төҙөтөп, атаһы Дауыт ҡалаһында диуарҙағы ярыҡтарҙы төҙәттергән саҡ ине.


ташсыларға, таш ҡырҡыусыларға хеҙмәт хаҡы түләне, Раббы йортон йүнәтеү өсөн ағас һәм эшкәртелгән таш һатып алыуға, башҡа ихтыяждарға тотондо.


Йоаш ҡаһиндарға: – Раббы ҡорамына изге саҙаҡа рәүешендә килтерелгән бөтә көмөштө: кеше башынан түләнгән мәжбүри һалымды, вәғәҙә ителгән нәҙерҙәрҙе һәм халыҡтың үҙ ихтыяры менән биргән бүләктәрен туплағыҙ.


Әммә Йоаштың батшалыҡ итеүенә егерме өсөнсө йыл киткәндә лә ҡаһиндар ҡорамды төҙөкләндерә башламағайны әле.


– Баш ҡаһин Хилҡияһҡа барып әйт, тупһа һаҡсылары Раббы ҡорамына килгән халыҡтан йыйған көмөштө алып һанаһындар.


Нәҫел башлыҡтары, Исраил ырыуҙарының башлыҡтары, мең баштары, йөҙ баштары, батша хужалығында мөдирлек итеүселәр бүләктәр килтерә башлай.


Башлыҡтарының ихлас йөрәктән Раббыға тип бүләктәр килтереүенә халыҡ бик шатлана, Дауыт батша ла бик ныҡ ҡыуана.


Ул, ҡаһиндар менән левиҙәрҙе йыйып, былай ти: – Йәһүҙәнең ҡалаларын йөрөп сығығыҙ, Аллағыҙҙың ҡорамын йылдан-йылға ҡарап-тәрбиәләп торорлоҡ булһын өсөн, бөтә исраилдарҙан көмөш йыйығыҙ, был эште йәһәтләтегеҙ. Әммә левиҙәр ҡабаланмай.


Яуыз Ғаҫалъяһтың улдары Раббы ҡорамын талап, ундағы мөҡәддәс әйберҙәрҙе Бәғелгә табыныу өсөн ҡулланды бит!


Иҫәпкә алынған һәр кем, изге шекелгә күрә ярты шекел (шекелдә – егерме гера) көмөш индерһен; был ярты шекел – Раббыға саҙаҡа.


Боронғо харабаларҙы ҡабат торғоҙорһоң, Иҫке нигеҙҙәр өҫтөнә яңыларын ҡорорһоң. Һине „емерек диуарҙарҙы төҙәтеүсе, Йәшәү өсөн урамдарҙы яңыртыусы“ тип атарҙар.


– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: әгәр ҙә берәйегеҙ Раббыға кем дә булһа берәүҙе бағышлайым, тип нәҙер әйтһә, уны билдәле хаҡҡа йолоп алырға була:


Инә ҡарынының Раббыға тәғәйенләнгән тәүге иркәк емешен – кешеләрҙеке лә, мал-тыуарҙыҡы ла – һинеке. Әмма беренсе булып тыуған ир бала, хәләл булмаған малдың беренсе булып тыуған иркәк балаһы йолом түләп кире һатып алынырға тейешле.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ