17 Шул осорҙа Арам батшаһы Хазаил Ғаҫ ҡалаһына һөжүм итеп, уны ҡулға төшөрҙө, унан Йәрүсәлимгә һөжүм итергә булды.
Был хаҡта ишеткәс, Аса Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған бөтә алтын-көмөштө алды ла, ярандары аша Дамаскта йәшәгән Арам батшаһына – Хезион улы Тавриммондың улы Бен-Һададҡа ебәрҙе. Уға былай тип әйтергә ҡушты:
Бәғелгә табыныусыларҙы Хазаил үлтерә башлар. Хазаилдың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Йеһу, Йеһуҙың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Ильясиғин юҡ итер.
Шул осорҙа Раббы Исраилдың биләмәләрен аҙайта башланы. Арам батшаһы Хазаил, исраилдарҙы еңеп, Иордан йылғаһының көнсығышында Ғад, Рәүвән, Менашше ырыуҙары йәшәгән Ғилғәд ерҙәрен, Арнон үҙәнендәге Ғароғерҙан алып Ғилғәд менән Башанға тиклемге Исраил ерҙәрен ҡулына төшөрҙө.
Шул арҡала Раббының Исраилға асыуы ялҡынланды һәм уларҙы оҙаҡ ваҡытҡа Арам батшаһы Хазаил менән Хазаилдың улы Бен-Һададтың ҡулына тапшырҙы.
Был хәбәр менән бергә Ахаз Ашшур батшаһына бүләккә Раббы ҡорамында һәм үҙ һарайының хазина келәттәрендә табылған бөтә алтын менән көмөштө ебәрҙе.
Күпмелер ваҡыт үткәс, Дауыт, пелештиҙәрҙе ҡыйратып, уларҙы үҙенә буйһондора һәм Ғаҫ менән уның тирәһендәге ауылдарҙы тартып ала.
шулай уҡ Бериға һәм Шемағ. Был икәүһе Айялонда йәшәгән нәҫелдәрҙең башлығы була. Улар Ғаҫ халҡын ҡыуып ебәрә.
Раббы һүҙен тыңлағыҙ, эй Йәһүҙәнең иҫән ҡалған халҡы! Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Әгәр ҙә һеҙ ҡәтғи рәүештә Мысыр яғына боролһағыҙ, шунда йәшәргә китһәгеҙ,
Ул, тотош батшалығының бөтә ҡеүәтен туплап, көньяҡ батшалыҡҡа эйә булырға ниәтләнеп, үҙенең дошманы менән килешеү төҙөшөр һәм, уны харап итер өсөн, ҡыҙын уға кейәүгә бирер, ләкин был маҡсаты барып сыҡмаҫ, бынан уға бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.
Гонаһ ҡорбанына ла, ғәйеп ҡорбанына ла ҡағиҙә бер төрлө: ҡорбандың ите ошо ҡорбан аша паклау йолаһын башҡарған ҡаһинға булыр.
Мейестә, көршәктә йәки йәйләүҙә бешерелгән барса икмәк саҙаҡаһы – ҡорбан йолаһын башҡарған ҡаһинға.
Барыһының да уйында – золом, Көнсығыш еле һымаҡ еләләр, Әсирҙәрҙе ҡом һымаҡ һепереп баралар.
Изгеләрҙән-изге ҡорбандарҙан – яндырылмай торғанынан Миңә тип килтерелгән бөтә икмәк саҙаҡаһы, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандары һинеке. Изгеләрҙән-изге был ҡорбандар – һиңә һәм дә уландарыңа.
Күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса Йәрүсәлимгә барырға ниәтләп юлға сыҡты.
Әммә, Йәрүсәлимгә юл тотҡанлыҡтан, бында Ғайсаны ҡабул итмәнеләр.
Шунан һуң Дауыт, янындағы алты йөҙ кешеһен алып, Ғаҫ батшаһы Мағох улы Ахишҡа юлланды.