10 Һандыҡта аҡса күп йыйылған һайын, батшаның кәтибе менән баш ҡаһин Раббы ҡорамына килтерелгән аҡсаларҙы иҫәпләп, тоҡҡа тултырҙы.
Шеуа – кәтип, Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндар,
Ахитув улы Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Ахимәләх – ҡаһиндар, Сераяһ – кәтип,
Һаналған аҡсаны Раббы ҡорамын төҙөкләндереү эштәренә етәкселек итеүселәргә бирә барҙылар. Улар иһә бында эшләгән балта оҫталарына, төҙөүселәргә,
Батша һарайы башлығы Әлъяҡимды, кәтип Шевнаны, өлкән ҡаһиндарҙы Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәргә ебәрҙе. Барыһы ла ҡыл туҡымаға уранғайны.
Хилҡияһ ҡаһинға, Шафан улы Ахиҡамға, Михаяһ улы Ғахборға, Шафан кәтипкә, батшаның хеҙмәтсеһе Ғасаяһҡа былай тип бойорҙо:
Батша баш ҡаһин Хилҡияһҡа, ҡаһин ярҙамсыларына һәм тупһа һаҡсыларына Бәғел, Ашера һәм күк есемдәре өсөн яһалған бөтә нәмәләрҙе Раббы ҡорамынан сығарырға бойорҙо. Был әйберҙәрҙе Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәне ҡырҙарында яндырҙы һәм көлөн Бейт-Ил ҡалаһына алып барҙы.
– Зинһар, ике талант ал, – тине Нағаман. Уны күндереп, ике тоҡҡа берәр талант көмөш һалып бәйләне, икешәр ҡат кейем бирҙе. Шуларҙы тоттороп, ике хеҙмәтсеһен Гехазиҙы оҙатырға ебәрҙе.
Ҡореҙың улы, Әвьясафтың ейәне, Ҡорахтың бүләһе булған Шаллум һәм уның ағай-энеһе, ҡорахтар, үҙҙәренең вазифаһы буйынса Осрашыу сатыры тупһаһын һаҡлай. Әүәл уларҙың ата-бабалары Раббы тупламына инә торған урынды һаҡлап торған булған.
Левиҙәр йәшникте батша түрәләренә алып килеп, тегеләр унда аҡсаның күплеген күргәс, батшаның сәркәтибе менән баш ҡаһиндың ышаныслыһы килеп йәшникте бушата ла, уны яңынан урынына илтеп ҡуя. Көндән-көнгә ошолай бик күп көмөш йыялар.
Ташсылар менән балта оҫталарының хеҙмәтенә түләү өсөн көмөш тарата башланылар, Сидон һәм Тир кешеләренә – Фарсы батшаһы Кир рөхсәте менән диңгеҙ буйлап Ливандан Яфоға кедр ағасы ташырға тейешле кешеләргә – ашар-эсер ризыҡ, зәйтүн майы бирҙеләр.