7 Шәмбе көндө хеҙмәттә булмаған башҡа ике төркөм Раббы ҡорамы янында тороп, батшаны һаҡлар.
Шунан уларға былай тип бойорҙо: – Һеҙ былай итегеҙ: шәмбе көндө хеҙмәтен башҡарған һаҡсыларҙың өстән бер өлөшө батша һарайын һаҡлаһын,
өстән бер өлөшө Сур ҡапҡаһы янында, өстән бере Һаҡсылар ҡапҡаһы янында торһон. Һеҙ һарайҙы һаҡларға тейешһегеҙ.
Һәр кем, ҡулына ҡорал тотоп, батшаны уратып баҫһын. Кем һеҙҙең сафтарға яҡыная, шул үлтерелһен. Батша ҡайҙа барһа ла, артынан ҡалмағыҙ.
Уларҙың үҙҙәренең ауылдарындағы туғандары тәғәйен ваҡытта етешәр көнгә улар янына хеҙмәткә килеп йөрөй.
Раббы ҡорамына ҡаһиндар менән хеҙмәттәге левиҙәрҙән башҡа берәү ҙә инмәһен. Улар пакланыу йолаһын үткән, шуға күрә инә алалар. Ә ҡалған кешеләр Раббының бойороғон үтәһен.