Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 11:15 - Изге Яҙма

15 Йеһоядағ ҡаһин төркөмдәр менән идара итеүсе йөҙ баштарына: – Ул ҡатынды бынан, рәттәр араһынан, алып сығығыҙ! Кем уға эйәрә, ҡылыстан үткәрегеҙ, – тип бойорҙо. Ул Ғаҫалъяһтың Раббы ҡорамында үлтерелеүен теләмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 11:15
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡараһа, ни күрә: батша тап йола ҡушҡанса ҡалҡыу урында тора, уны тирәләп хәрби башлыҡтар менән борғосолар баҫҡан, ил халҡы ҡыуаныша, борғо ҡысҡырта. Ғаҫалъяһ шунда өҫтөндәге кейемен йыртып: – Хыянат! Хыянат! – тип ҡысҡырҙы.


Ғаҫалъяһты тотоп алдылар һәм батша һарайына аттарҙы йөрөтә торған ҡапҡанан алып килеп, шунда үлтерҙеләр.


Етенсе йылда Йеһоядағ ҡаһин батшаның йәнһаҡсыларын һәм һарай һаҡсыларының йөҙ баштарын саҡыртты. Уларҙы үҙ янына – Раббы ҡорамына йыйҙы һәм, был кешеләр менән килешеү төҙөп ант иттергәндән һуң, батша улын күрһәтте.


Йеһоядағ ҡаһин төркөмдәр менән идара итеүсе йөҙ баштарына: – Ул ҡатынды бынан, рәттәр араһынан, алып сығығыҙ! Кем уға эйәрә, ҡылыстан үткәрегеҙ, – тип бойора. Ул Ғаҫалъяһтың Раббы ҡорамында үлтерелгәнен теләмәй.


Йеһоядағ ҡаһин йөҙ баштарына һөңгөләр менән Дауыт батшаның Алла ҡорамында һаҡланған ҙур һәм бәләкәй ҡалҡандарын таратып бирә.


Әммә берәйһе икенсе берәүҙе белә-күрә мәкер менән үлтерһә, ул кеше хатта Минең ҡорбан усағым эргәһенән дә алып китеп үлтерелергә тейеш.


Һин, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек ит. Усыңа усыңды һуҡ! Ҡылыс ике, өс мәртәбә сапһын. Ул – үлтереүсе ҡылыс, Оло ҡыйралыш ҡылысы. Кешене һәр ерҙә тапҡан ҡылыс.


Раббы уларға: – Барығыҙ! Ҡорамды нәжесләгеҙ, ихаталарҙы мәйет менән тултырығыҙ! – тине. Шунан һуң тегеләр сығып ҡалала үлтерергә тотондо.


Бөтә ҡалала ығы-зығы ҡупты, төрлө яҡтан халыҡ йыйылды. Паулусты тотоп алып Алла йортонан һөйрәп сығарҙылар, һәм ҡапҡалар шунда уҡ бикләнде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ