Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 10:6 - Изге Яҙма

6 Йеһу уларға икенсе хат күндерҙе. Унда: «Әгәр ҙә һеҙ, минең яҡлы булып, әйткәнемде тыңлаһағыҙ, хакимығыҙҙың улдарының башын ҡырҡып, иртәгә ошо ваҡытҡа Изреғилгә килтереп еткерегеҙ», – тип яҙылғайны. Батшаның етмеш улын ҡаланың иң күренекле кешеләре тәрбиәләй ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 10:6
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һарай идарасыһы, ҡала башлығы, аҡһаҡалдар, батша балаларының тәрбиәселәре Йеһуға: «Беҙ һинең ҡолдарың, ни әйтһәң, шуны эшләргә әҙербеҙ. Берәүҙе лә батша итеп ҡуйырға ниәтебеҙ юҡ. Үҙеңә нисек ҡулай, шулай эшлә», – тигән яуап ебәрҙе.


Хатты алғас, улар батшаның бөтә улдарын да үлтерҙеләр ҙә, баштарын кәрзингә һалып, Изреғилгә Йеһуға ебәрҙеләр.


Икенсе көндө иртәнсәк ул ҡапҡа төбөнә сығып баҫты һәм бар халыҡҡа: – Һеҙ ғәйепле түгел. Хакимыма ҡаршы мин фетнә күтәрҙем, уны мин үлтерҙем. Әммә кем быларҙың башына етте?


Йеһу тәҙрәгә туп-тура төбәлеп: – Кемегеҙ минең яҡлы? – тип ҡысҡырҙы. Һарай әһелдәренең икәү-өсәүһе үрелеп ҡарағас:


„Алла язаны уларҙың Балаларына һаҡлап тора“, – тиһегеҙме? Юҡ, әжерен үҙҙәренә бирһен, белһендәр.


Раббы Мусаға былай тине: – Халыҡтың бөтә башлыҡтарын йый ҙа, уларҙы көн яҡтыһында Раббы алдында үлтереп аҫып ҡуй, шунан Раббының исраилдарға булған ярһыуы баҫылыр.


Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул тарҡата.


– Тыймағыҙ, сөнки кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы, – тине Ғайса.


Уларға табынып, сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ