4 Хатты уҡығас, тегеләр ҡурҡыуға төштө. – Ике батша унан еңелгәнде, беҙ уға нисек ҡаршы торайыҡ? – тиештеләр.
хакимығыҙҙың иң яҡшы һәм намыҫлы улын һайлап атаһының тәхетенә ултыртығыҙ ҙа хужағыҙҙың нәҫел-нәсәбен яҡлап һуғышығыҙ».
Йеһу йәйәһен йән көсөнә тартып, батшаның арҡаһына, ике ҡалаҡ һөйәгенең уртаһына, атып ебәргәйне, уҡ Йорамдың йөрәген үтә тишеп сыҡты. Батша арбаһына ҡапланып барып төштө.
Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ быларҙы күреп, Бейт-Һагган ҡалаһына табан ҡаса башланы. Артынан ҡыуа төшкән Йеһу: – Уны ла үлтерегеҙ! – тип ҡысҡырҙы. Үҙенең арбаһындағы Ахазъяһты Йивлеғамға етәрәк, Гур ҡалҡыулығында уҡтан атып яраланылар. Ул йәрәхәтләнгән килеш Мегиддоға барып етте лә, шунда үлде.
Бер-береһенә терәлеп теҙелгәндәр, Араларынан хатта һауа үтерлек түгел.
Миндә асыу юҡ! Ләкин ул сәнскәк менән билсән үҫтерһә, Уға ҡаршы яу асырмын, Тотош утта яндырырмын.
Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ, Мин эдомдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?
Уның асыуына кем ҡаршы торор, Ялҡынлы ярһыуына кем сыҙар? Ут һымаҡ түгелә Уның асыуы, Ҡаршыһында ҡаялар ҡыйрала.
Йәки берәй батша икенсе бер батшаға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнгән саҡта, ултырып, кәңәш ҡороп, ун меңлек ғәскәре менән егерме меңлек ғәскәргә ҡаршы торорлоҡ көскә эйәме, түгелме икәнлеге тураһында уйлап ҡарамаҫ инеме?