35 Йеһу үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм уны Самарияла ерләнеләр. Уның урынына тәхеткә улы Йеһоахаз ултырҙы.
Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың янына ятҡас, һинең орлоғоңдан яралған бер баланы батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын.
Юғиһә, хакимым батша ата-бабалары хозурына күскәс, мин һәм улым Сөләймән енәйәтсе булып ҡалырбыҙ.
Яровғам егерме ике йыл батша булды. Үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, урынына улы Надав тәхеткә ултырҙы.
Рехавғам үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, Дауыт ҡалаһында аталары янында ерләнде. Әсәһе ғаммон ҡыҙы Нағама ине. Рехавғам урынына тәхеткә улы Авиям ултырҙы.
Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде.
Раббы Йеһуға: – Минең күҙ алдымда дөрөҫ булғанды эшләгәнең, Ахав йортона ҡаршы Мин нимә теләгән булһам, барыһын да ҡылғаның өсөн тоҡомоң дүртенсе быуынға тиклем Исраил тәхетендә ултырыр, – тип белдерҙе.
Йеһуҙың башҡа ғәмәлдәре һәм уның ҡаһарманлығы тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Йеһу Самарияла егерме һигеҙ йыл буйы Исраил батшаһы булды.
Ахазъяһ улы Йоаштың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерме өсөнсө йылында Самарияла Исраил тәхетенә Йеһу улы Йеһоахаз ултырҙы һәм ун ете йыл батшалыҡ итте.
Йеһоахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Самарияла ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Йеһоаш ултырҙы.