23 Шул саҡ Йеһу Рехав улы Йеһонадав менән бергә ҡорамға инде. – Иғтибар менән ҡарағыҙ, арағыҙҙа Раббыға табыныусылар булмаһын, тик Бәғелгә табыныусылар ғына ҡалһын, – тине Йеһу.
Шаул улы Иш-Бошеҫтың яугирҙәрҙе барымтаға йөрөткән Бағана һәм Рехав исемле ике кешеһе бар ине. Беероҫ ҡалаһынан булып, Бинйәмин ырыуынан Риммон тигән кешенең улдары ине улар. Беероҫ ҡалаһы Бинйәмин еренә инә.
Йеһу кейем өсөн яуаплы кешегә Бәғелгә табыныусыларҙың һәр береһенә махсус кейемдәр таратып бирергә бойорҙо. Барыһы ла кейенде.
Шунан улар Бәғелгә ҡорбандар, тотош яндырыу ҡорбандары килтерә башланы. Йеһу ҡорам тышында һикһән яугирен ҡалдырып, уларға: – Мин ҡулығыҙға тапшырған был кешеләрҙең береһе генә ҡасып ҡотолһа ла, башығыҙ менән яуап бирәһегеҙ! – тип бойорғайны.
Улар: – Беҙ шарап эсмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Сөнки атайыбыҙ Йонадав Рехав улы беҙгә: «Бер ваҡытта ла үҙегеҙ ҙә шарап эсмәгеҙ, балаларығыҙ ҙа эсмәһен, – тип бойороҡ бирҙе. –
Уныһы ла, быныһы ла ураҡҡа тиклем бергә үҫһен. Уңыш йыйғанда инде мин ураҡсыларға: „Иң элек ҡый үләнен йыйып, яндырыу өсөн бәйләмдәргә бәйләгеҙ, унан һуң бойҙайҙы келәтемә һалығыҙ“, – тип әйтермен».
Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер, улар, Уның Батшалығынан гонаһҡа этәреүселәрҙең һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙың бөтәһен айырып алып,