22 Йеһу кейем өсөн яуаплы кешегә Бәғелгә табыныусыларҙың һәр береһенә махсус кейемдәр таратып бирергә бойорҙо. Барыһы ла кейенде.
Йеһу бөтә Исраилда белдереү яһаны һәм Бәғелгә табыныусыларҙың бөтәһе лә килде, бер кем дә ҡалманы. Барыһы ла Бәғел йортона инде. Йорт шығырым тулы ине.
Шул саҡ Йеһу Рехав улы Йеһонадав менән бергә ҡорамға инде. – Иғтибар менән ҡарағыҙ, арағыҙҙа Раббыға табыныусылар булмаһын, тик Бәғелгә табыныусылар ғына ҡалһын, – тине Йеһу.
Ағайың Һарунға мөһабәт һәм күркәм ҡиәфәт бирә торған изге кейемдәр әҙерлә.