Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 10:18 - Изге Яҙма

18 Йеһу ҡала халҡын йыйып: – Ахав Бәғелгә аҙ хеҙмәт итте, ә мин күберәк хеҙмәт итәсәкмен, – тип иғлан итте. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 10:18
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә хәҙер бөтә Исраил халҡын минең яныма Кармәл тауына йыйҙыр. Бәғелдең Изевел табынында ашап-эскән дүрт йөҙ илле пәйғәмбәре һәм алиһә Ашераға табынған дүрт йөҙ пәйғәмбәр ҙә шунда килһен.


– Мин Раббының пәйғәмбәрҙәренән бер яңғыҙым тороп ҡалдым, – тип дауам итте Ильяс. – Ә Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре – дүрт йөҙ илле кеше.


– Бәғелдең пәйғәмбәрҙәрен тотоғоҙ, – тип бойорҙо Ильяс. – Береһе лә ҡасып ҡотола алмаһын! Халыҡ был пәйғәмбәрҙәрҙең барыһын да тотоп алды. Ильяс уларҙы Ҡишон йылғаһы буйына алып барып үлтерҙе.


Аллалары Раббының бөтә бойороҡтарын үтәүҙән баш тарттылар, үҙҙәренә табыныу өсөн ике башмаҡ һыны ҡойоп алдылар, Ашераға ҡолға ҡуйҙылар, күк есемдәренә табындылар, Бәғелгә хеҙмәт иттеләр.


Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды, әммә әсәһе менән атаһы кеүек түгел ине, сөнки атаһының Бәғелгә бағышлап ҡуйҙырған табыныу бағанаһын ватып ташланы.


Алла хаҡына тип ялған һөйләүегеҙме? Һеҙҙең алдауығыҙ Уға кәрәк тиһегеҙме?


Улай булғас, яҡшылыҡ килһен өсөн яманлыҡ ҡылырға тейеш булып сығабыҙмы? Ҡайһы бер яман һүҙле кешеләр беҙҙе нәҡ шулай әйтә тип тә һөйләй. Ундайҙар үҙҙәренә тәғәйен хөкөмдө алырҙар.


Ниһайәт, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, яратыуға, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ