17 Ҡалаға барғас, Йеһу, Раббы Ильясҡа әйткәнсә, Ахавтың унда ҡалған бөтә нәҫел-нәсәбен тулыһынса ҡырып бөтөрҙө.
Раббы һиңә: «Башыңа бәлә ебәрәм, һине һепереп түгәм. Исраилда нәҫелеңдән бер ир заты ла ҡалмаҫ. Иреклеме, ҡолмо – барыһын да юҡ итәм.
Раббы Ильяс аша нисек белдергән булһа, Ахазъяһ шулай үлде. Улы булмағанға күрә, тәхеткә ҡустыһы Йорам ултырҙы. Был Йәһүҙәлә Йеһошафат улы Йеһорам батшалыҡ иткәндең икенсе йылында булды.
Ахав йорто юҡ булыр. Исраилда уның нәҫеленән булған ир енесенең барыһын да, иреклеме ул, ҡолмо, ҡырып бөтәм.
Йеһу, Ахав нәҫеленә сығарылған хөкөмдө бойомға ашырған саҡта, Йәһүҙә түрәләрен һәм Ахазъяһҡа хеҙмәт иткән ағай-энеһенең улдарын осрата һәм барыһын да үлтерә.
– Бына тиҙҙән ҡыҙыу мейес кеүек көйҙөрөр көн килеп етер. Бөтә тәкәбберҙәр һәм яуызлыҡ ҡылыусылар һалам булыр, киләһе ул көн һәр береһен үртәп бөтөр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – уларҙан тамыр ҙа, ботаҡ та ҡалмаҫ.