Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 10:16 - Изге Яҙма

16 Шунан: – Әйҙә минең менән, Раббы өсөн нисек йән атып тороуымды күрерһең, – тип яу арбаһында Самарияға алып китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 10:16
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Мин Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тип яуапланы Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.


– Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән, фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тине Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.


Бәғелгә табыныусыларҙы Хазаил үлтерә башлар. Хазаилдың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Йеһу, Йеһуҙың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Ильясиғин юҡ итер.


Ҡалаға барғас, Йеһу, Раббы Ильясҡа әйткәнсә, Ахавтың унда ҡалған бөтә нәҫел-нәсәбен тулыһынса ҡырып бөтөрҙө.


Тик Йеһу Исраил Аллаһы Раббының ҡанунына бөтә йөрәктән тоғро түгел ине. Ул Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан айырылманы.


Үҙеңде-үҙең түгел, башҡа кеше, үҙ ауыҙың түгел, бүтән телдәр һине маҡтаһын.


Һәр ваҡыттағы һымаҡ халыҡ һинең яныңа килер, Минең халҡым булараҡ ҡаршыңа ултырыр, һүҙҙәреңде тыңлар, әммә әйтелгәндәрҙе үтәмәҫ. Телдәре менән ихласлыҡтарын күрһәтерҙәр, әммә күңелдәре хаҡһыҙ табыш артынан ынтылыр.


Унда Алла Билғам менән осрашты. Билғам Уға былай тине: – Ете ҡорбан усағы ҡорҙом, һәр ҡайһыһына берәр башмаҡ менән һарыҡ тәкәһе ҡуйҙым.


Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта боғаҙ ярып ҡысҡырма. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Доға ҡылғанда ике йөҙлө әҙәмдәр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Мин шаһитлыҡ ҡыла алам: улар йәндәре-тәндәре менән Аллаға бирелгәндәр, әммә был дөрөҫ аңлауға нигеҙләнмәгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ