Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 1:16 - Изге Яҙма

16 – Раббы: «Исраилда Алла булмағандай, һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа илселәр ебәрҙең. Шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үлерһең», – тип әйтә, – тип белдерҙе ул батшаға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 1:16
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Әгәр ҙә һин иҫән-аман әйләнеп ҡайтһаң, минең аша Раббы һөйләмәгән булыр, – тине Михаяһ. Шунан: – Эй халыҡтар, әйткәнемде ишетегеҙ! – тип өҫтәне.


Улар былай тип яуапланы: – Бер кеше ҡаршыбыҙға сыҡты. Беҙгә: «Кире боролоғоҙ, һеҙҙе ебәргән батшаға ҡайтып әйтегеҙ, Раббы былай ти: „Исраилда Алла юҡмы әллә? Ниңә һин һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа ебәрәһең? Бына шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерҙе».


Шул көндәрҙә Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарыны. Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр уға килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Йортоңа васыятыңды еткер, сөнки ауырыуыңдан һауыға алмаҫһың, үлерһең».


Нағамандың артынан йүгерҙе. Нағаман, кемдеңдер баҫтырып килгәнен абайлап, арбаһынан төштө. – Барыһы ла именме? – тип Гехазиға ҡаршы атланы.


– Ҡайтып уға: «Һауығаһың», тип әйт, тик Раббы миңә уның үләсәген белдерҙе, – тип яуапланы Ильясиғин.


Батша Хазаил тигән кешегә: – Бүләк ал да Алла бәндәһенә ҡаршы сыҡ. Уның аша Раббынан һора: был сирҙән ҡотолорға насип булырмы миңә, юҡмы? – тине.


Хермон армытына төшкән ысыҡ Сион тауҙарына ағып төшкән һымаҡ. Раббы Сионда Үҙ фатихаһын – Мәңгелек тормош бирҙе.


Ихлас тәҡүәлек юлы тормошҡа илтә, яуызлыҡҡа ынтылыусылар үлемгә ашыға.


Шуға күрә улар менән һөйләш, уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Исраил нәҫеленән кем боттарына күңел бирһә һәм гонаһын алдына абыныу ташы итеп ҡуйһа, шунан пәйғәмбәргә мөрәжәғәт итһә, Мин Раббы уға боттарының күплегенә күрә яуап ҡайтарырмын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ