12 – Әгәр ҙә мин Алла бәндәһе икәнмен, күктән ут төшһөн дә һине лә, илле яугиреңде лә ялмап йотһон, – тип яуап ҡайтарҙы Ильяс. Шул саҡ күктән ут төштө лә илле башын да, яугирҙәрен дә ялмап йотто.
Шул саҡ Раббының уты килеп төштө. Был уттың ялҡыны тотош яндырыу ҡорбанын да, утынды ла, таштарҙы ла, тупраҡты ла ялмап йотто, соҡорҙағы һыуҙы ла киптерҙе.
Батша йәнә башлыҡтары менән бергә илле яугир ебәрҙе. Илле башының быныһы ла: – Алла бәндәһе, батша һиңә тиҙерәк төшөргә ҡушты, – тип белдерҙе.
Батша яугирҙәре менән бергә өсөнсө илле башын ебәрҙе. Өсөнсө илле башы тауға менде лә Ильяс алдында тубыҡланып: – Эй Алла бәндәһе! Беҙ фәҡирҙәреңдең, минең һәм был илле яугирҙең йәненә ҡарата мәрхәмәтле булһаңсы, – тип ялбарҙы. –
Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, икенсе сапҡын килеп, былай тине: – Күктән Алланың уты төштө лә ҡуйҙарың менән көтөүселәреңде яндырып бөтөрҙө. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.
Шул саҡ Раббы хозурынан ут сыҡты ла уларҙы ялмап алды. Улар Раббы алдында үлде.