10 – Әгәр ҙә мин Алла бәндәһе икәнмен, күктән ут төшһөн дә һине лә, илле яугиреңде лә ялмап йотһон, – тип яуапланы Ильяс. Шул саҡ күктән ут төштө лә илле башын да, яугирҙәрен дә ялмап йотто.
– Әгәр ҙә һин иҫән-аман әйләнеп ҡайтһаң, минең аша Раббы һөйләмәгән булыр, – тине Михаяһ. Шунан: – Эй халыҡтар, әйткәнемде ишетегеҙ! – тип өҫтәне.
Батша йәнә башлыҡтары менән бергә илле яугир ебәрҙе. Илле башының быныһы ла: – Алла бәндәһе, батша һиңә тиҙерәк төшөргә ҡушты, – тип белдерҙе.
Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй. Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай.
Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, икенсе сапҡын килеп, былай тине: – Күктән Алланың уты төштө лә ҡуйҙарың менән көтөүселәреңде яндырып бөтөрҙө. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.
Алла уларға теләгәндәрен бирҙе, Әммә араларына яман сир күндерҙе.
Уларҙың йәне ризыҡтан биҙгәйне, Үлем ҡапҡаһына килеп еткәйнеләр.
Батшаның аяуһыҙ бойороғо буйынса мейесте шул тиклем ныҡ ҡыҙҙырғайнылар, хатта Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға сығарылған хөкөмдө башҡарған яугирҙәр үҙҙәре ялҡындан һәләк булды.
Ул: – Ә мин ут араһында бәйләнмәгән дүрт кешенең имен-аман йөрөгәнен күрәм; дүртенсеһе ҡиәфәте менән илаһҡа оҡшағандай, – тине.
Батша Даниилды ошаҡлаған теге кешеләрҙе, балалары һәм ҡатындары менән бергә алып килеп, арыҫландар ултырған соҡорға ташларға ҡушты. Тегеләр соҡор төбөнә төшөп етергә лә өлгөрмәне, арыҫландар уларҙы ҡармап алып, өҙгөсләп ташланы.
Шул саҡ Раббы хозурынан ут сыҡты ла уларҙы ялмап алды. Улар Раббы алдында үлде.
Халыҡ тормош ауырлығына зарлана башланы. Быны ишетеп, Раббының асыуы тоҡанды. Раббы ярһыуынан улар араһында ут ҡабынып, туплам сите яна башланы.
Раббының хозурынан ут сығып, хуш еҫле матдәләр килтергән теге ике йөҙ илле ирҙе лә һәләк итте.
– Уларҙы яуызлыҡтары өсөн ҡот осҡос үлемгә дусар итер һәм баҡсаны башҡа йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға бирер. Улары хужаға тейешле өлөштө ваҡытында биреп барыр, – тип яуап ҡайтарҙы баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар.
Был хәлде күреп, шәкерттәре Яҡуп менән Яхъя: – Хакимыбыҙ! Күктән ут төшөп, уларҙы юҡҡа сығарһын, тип бойороуыбыҙҙы теләйһеңме? – тинеләр.
Һируд Петрусты эҙләргә бойорҙо, әммә таптыра алмағас, һаҡсыларҙан һорау алды һәм уларҙы үлтерергә әмер бирҙе. Бынан аҙаҡ Һируд Йәһүҙиәнән Ҡайсареяға китте һәм шунда ҡалды.
сөнки беҙҙең Аллабыҙ – ялмап йотоусы ут.
Кем дә булһа уларға яуызлыҡ ҡылырға ниәтләһә, ауыҙҙарынан ут сығып, дошмандарын йотор. Уларға зыян килтерергә ниәтләгән һәр кеше шулай һәләк булырға тейеш.