25 Хәҙер беҙ һинең хөкөмөңдә, нисек яҡшы һәм дөрөҫ тип уйлайһың, шулай эшлә.
– Хеҙмәтсеңә үҙең хужа бит, – тип яуапланы Ибрам. – Нимә теләһәң, шуны эшлә. Сарая Хәжәрҙе рәнйетә башланы һәм Хәжәр унан ҡасып китте.
Әгәр инде Ул: «Мин һине хуш күрмәйем», – тип әйтә икән, әҙермен – минең менән нимә теләһә, шуны эшләһен әйҙә, – тине.
Дауыт Ғадҡа былай тип яуап ҡайтарҙы: – Бик ауыр миңә, әммә әҙәм ҡулына ҡалғансы, язаны Раббынан алыу яҡшыраҡ булыр, сөнки Уның рәхимлеге сикһеҙ.
Һарай идарасыһы, ҡала башлығы, аҡһаҡалдар, батша балаларының тәрбиәселәре Йеһуға: «Беҙ һинең ҡолдарың, ни әйтһәң, шуны эшләргә әҙербеҙ. Берәүҙе лә батша итеп ҡуйырға ниәтебеҙ юҡ. Үҙеңә нисек ҡулай, шулай эшлә», – тигән яуап ебәрҙе.
Үҙ халҡыма асыуландым, Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем. Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең, Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең.
Миңә килгәндә инде, бына, ихтыярығыҙҙамын. Нисек яҡшы тип табаһығыҙ, нисек дөрөҫ һанайһығыҙ, шуны эшләгеҙ.
Сидкияһ батша уларға: – Ул – һеҙҙең ҡулығыҙҙа, – тип яуапланы. – Батша һеҙгә ҡаршы бер нәмә лә эшләй алмай.
Эйе, Атам, был һинең игелекле ихтыярың ине!
Йушағ шулай эшләне: ғивғондарҙы үлтертмәне, уларҙы исраилдар ҡулынан ҡотҡарып ҡалды.
Исраил халҡы Раббыға: – Беҙ гонаһ ҡылдыҡ! Беҙҙең менән нимә теләһәң, шуны эшлә, бары тик бөгөн ҡотҡара күр, – тип ялбарҙы.
Шунан Гидғон, Суккоҫ халҡына килеп: – Бына Зәвах менән Салмуннағ! Ә һеҙ: «Зәвах менән Салмуннағты ҡулыңа төшөрмәгәс, беҙ һинең хәлдән тайған кешеләреңде ниңә ашатайыҡ?» – тип минән көлгәйнегеҙ.
Шемуил уға бөтәһен дә һөйләп бирҙе, бер нәмә лә йәшермәне. – Ул – Раббы, – тине Ғәли. – Үҙе нисек ҡулай күрә, шулай эшләһен.