Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 9:24 - Изге Яҙма

24 Улар Йушағҡа: – Беҙгә, һинең ҡолдарыңа, мәғлүм булды: Аллаң Раббы Үҙенең ҡоло Мусаға бөтә ерҙе һеҙгә биреп, унда йәшәүселәрҙең барыһын ҡылыстан үткәрергә бойорған. Беҙ үҙ ғүмеребеҙ өсөн бик ҡурҡтыҡ, шуға күрә лә шулай эшләнек, – тип яуап ҡайтарҙы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 9:24
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Тире урынына тире! – тип яуапланы шайтан. – Йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн әҙәм бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай.


Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Адони-Садиҡ үҙе лә, халҡы ла ҡурҡыуға ҡалды, сөнки Ғивғон ҙур ҡала – ҡайһы бер батшалыҡтарҙың баш ҡалаһынан ҡайтыш түгел, хатта Ғайҙан ҙурыраҡ та, ә уның кешеләре – ҡыйыу яугирҙәр ине.


Быларҙы ишеткәс, ҡотобоҙ осто, бер кемебеҙҙең дә һеҙгә ҡаршы торорлоҡ хәле ҡалманы. Сөнки һеҙҙең Аллағыҙ Раббы – юғарыла, күктә, һәм түбәндә, ерҙә, хакимлыҡ иткән Алла бит! – тине. –


уларға: – Раббының был илде һеҙгә тапшырыуын беләм. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һеҙҙең алда ҡалтырап төштөк, тотош ил халҡын ҡурҡыу солғап алды.


Был илде ҡарап-күҙәтеп ҡайтырға ебәрелгән теге ике егеткә Йушағ былай тине: – Антығыҙҙы үтәгеҙ: теге фәхишә ҡатындың өйөнә барығыҙ ҙа бөтә туған-тыумасаһы менән уны алып сығығыҙ.


Ә улар былай тине: – Беҙ, һинең ҡолдарың, бик йыраҡ илдән килдек. Аллаң Раббының шөһрәте хаҡында ишетеп килеүебеҙ. Уның Мысырҙа нимә эшләгәнен


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ