Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 9:13 - Изге Яҙма

13 Бына шарап турһығы. Беҙ уларға шарап тултырғанда, улар өр-яңы ине, ә хәҙер бөтөнләй туҙып бөттө. Оҙаҡ юлдан килә торғас, өҫ һәм аяҡ кейемдәребеҙҙең дә ҡарарлығы ҡалманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 9:13
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуның һымаҡ, яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмайҙар. Юғиһә, иҫке турһыҡ йыртылыр ҙа, шарап ағып бөтөр, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар. Шул ваҡытта шарап та, турһыҡ та һаҡланып ҡалыр.


Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә, шарап турһыҡты йыртыр ҙа, шарап та, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар.


Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә яңы шарап турһыҡты йыртыр ҙа шарап ағып бөтөр, турһыҡ әрәм булыр.


«Һеҙҙе ҡырҡ йыл буйы сүллектә йөрөттөм, өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙ иҫкермәне, аяҡ кейемегеҙ туҙманы, – ти Раббы. –


Бына беҙҙең икмәгебеҙ. Өйҙә, һеҙгә килергә әҙерләнгәндә, беҙҙең юллыҡ икмәгебеҙ йылы ине әле, хәҙер кибеп, күгәреп бөткән.


Исраилдар уларҙың юлға алған ризыҡтарын ҡаранылар, ә Раббынан һорап торманылар.


хәйлә ҡорорға булды. Улар үҙҙәре менән ашамлыҡ алып юлға сыҡты: ишәктәренә туҙып бөткән тоҡтар һәм иҫкереп, тишелеп, ҡат-ҡат ямалып бөткән шарап турһыҡтары аҫып алды.


Тапалып бөткән, ҡат-ҡат йүнәтелгән ҡата һәм туҙып, теткеләнеп бөткән өҫ кейеме кейҙе. Үҙҙәре менән юлға алған икмәк кибеп, күгәреп бөткәйне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ