Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 8:31 - Изге Яҙма

31 Раббы ҡоло Муса Исраил халҡына әйтеп ҡалдырғанса һәм Мусаның ҡанун китабында яҙылғанса, был усаҡ эшкәртелмәгән, тимер эш ҡоралы теймәгән таштан эшләнде. Исраилдар ошо ҡорбан усағында Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны килтерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 8:31
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә ул үлтереүселәрҙең балаларына ҡағылманы, сөнки Муса ҡануны китабында Раббы былай ти: «Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен».


Баш ҡаһин Хилҡияһ: – Раббы ҡорамында ҡанун китабы табып алдым, – тине һәм кәтип Шафандың ҡулына бер төргәк китап тотторҙо. Шафан уны уҡып сыҡты.


Әммә уларҙың балаларына ҡағылмай, сөнки Муса китабындағы ҡанунда Раббы былай тип бойора: «Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен».


Муса китабында яҙылғанса, ҡорбан өсөн тәғәйенләнгән малдарҙың Раббыға бағышлап яндырылырға тейешле өлөшөн айырып алып, һәр бер ғаилә-йортҡа таратып бирәләр. Үгеҙҙәрҙе лә шулай итәләр.


Унан, Муса китабында яҙылғанса, ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе төркөмдәргә бүлделәр ҙә Йәрүсәлимдә Аллаға хеҙмәт итергә ҡуйҙылар.


Ул көндә халыҡ алдында Мусаның китабы ҡысҡырып уҡылды һәм унда шундай яҙыу табылды: «Ғаммондар һәм Моав кешеләре араһынан берәү ҙә бер ҡасан да Алла халҡы иҫәбенә инергә тейеш түгел,


Мусаның ҡайныһы Итро Раббыға тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Һарун менән Исраил аҡһаҡалдары килде – улар Мусаның ҡайныһы менән бергә Алла хозурында ризыҡланды.


Унан Муса Исраил халҡы араһынан йәш егеттәрҙе ҡорбанлыҡ малы алып килергә ебәрҙе. Улар Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим иттеләр һәм татыулыҡ ҡорбаны булараҡ үгеҙҙәр салдылар.


Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, үҙ-үҙенә ҡаршы һуғыша. Был осраҡта уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр һуң?


Иордан йылғаһын кисеп, Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ергә ингәс, ҙур таштар торғоҙоп ҡуйығыҙ, уларҙы ағартығыҙ.


Таштарға был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә аңлайышлы итеп яҙығыҙ.


Был ҡанун китабының һүҙҙәре телеңдән төшмәһен. Бөтә яҙылғандарҙы теүәл үтәр өсөн көнө-төнө улар хаҡында уйлан, шул саҡта йөрөгән юлдарың һәм ҡылған ғәмәлдәрең уңышлы булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ