Йушағ 8:29 - Изге Яҙма29 Йушағ Ғай батшаһын бағанаға аҫты. Батшаның кәүҙәһе бағанала кискә тиклем аҫылынып торҙо, ә эңерҙә Йушағ уны төшөрөргә һәм ҡала ҡапҡаһы алдына ташларға ҡушты. Өҫтөнә ҙур таш өйөмө өйҙөләр, ул әле лә шунда. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Был хәлдәр йома көнө булды. Йәһүдтәр язалап үлтерелгәндәрҙең кәүҙәләрен шәмбегәсә арҡысаҡта ҡалдырырға теләмәне, сөнки шәмбе бөйөк байрам көнө ине. Шунлыҡтан, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған кешеләрҙең үлемдәрен йәһәтләү өсөн, Пилатостан уларҙың аяҡтарын һындыртыуын һоранылар. Шулай итеп мәйеттәрҙе ваҡытында арҡысаҡтан төшөрә алырҙар ине.