12 Йушағ биш меңгә яҡын яугирҙе Бейт-Ил менән Ғай араһында, ҡаланан көнбайыш тарафта боҫҡонға ҡуйҙы.
Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта урынлашҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ғай ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, Раббы исеменә доға бағышланы.
Был урынды ул Бейт-Ил тип атаны, элек ҡала Луз тип аталған булған.
Йушағ етәкселегендәге яугирҙәр ҡалаға яҡынлашты ла унан төньяҡтараҡ туҡтаны. Уларҙы ҡаланан бер үҙән генә айырып тора ине.
Ғәскәр түбәндәгесә урынлашты: төп көстәр – ҡаланан төньяҡҡа, ә бер өлөшө көнбайышҡа ҡуйылды. Төндә Йушағ үҙәнлеккә төштө.
Йософ нәҫеле Бейт-Илгә һөжүм итте, Раббы улар менән булды.
Шаул, ғәмәлектәр ҡалаһы янына барып, ҡороған йылға үҙәнендә туҡтаны.