5 Ғай халҡы исраилдарҙы ҡала ҡапҡаһынан алып таш сығара торған урынға тиклем баҫтырып килде һәм утыҙ алты кешене үлтерҙе. Бынан һуң исраилдарҙың йөрәктәре алынды, улар ҡурҡыуға ҡалды.
Һәр кис һайын улар эт шикелле ырылдашып Ҡала буйлап темеҫкенеп йөрөй.
Шуға күрә һәммәһенең ҡулдары һәленеп төшөр, Һәр кешенең ҡурҡыуҙан йөрәге ирер.
Улар һинән: «Ниңә иңрәйһең?» – тип һорағанда, «Килә ятҡан ҡурҡыныс хәбәр арҡаһында, – тип яуапла. – Ул килгәс, һәр бер йөрәк хәлһеҙләнәсәк, бөтә ҡулдар һәленәсәк, рухтар төшәсәк, тубыҡтар ҡалтыраясаҡ. Бына шул яҡынлаша, һәм ул ғәмәлгә ашасаҡ. Раббы Хаким шулай тип белдерә».
Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышынан да өркөп, ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар.
Емерелде, ергә тигеҙләнде, Бушлыҡҡа әйләнде Ниневе. Йөрәк ҡалтырай, тубыҡ дерелдәй, Бөтөн тән ғазаптан тетрәнә, Йөҙҙәр ҡурҡыуҙан ағарына.
Был тауҙарҙа йәшәгән әмөриҙәр һеҙгә ҡаршы сыҡты һәм бал ҡорттары һымаҡ баҫтырҙы, Сеғирҙан Хормаға тиклем һеҙҙе ҡыйратып һалды.
Быларҙы ишеткәс, ҡотобоҙ осто, бер кемебеҙҙең дә һеҙгә ҡаршы торорлоҡ хәле ҡалманы. Сөнки һеҙҙең Аллағыҙ Раббы – юғарыла, күктә, һәм түбәндә, ерҙә, хакимлыҡ иткән Алла бит! – тине. –
уларға: – Раббының был илде һеҙгә тапшырыуын беләм. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һеҙҙең алда ҡалтырап төштөк, тотош ил халҡын ҡурҡыу солғап алды.
Исраилдар аша сыҡһын өсөн Раббының Иордан һыуҙарын ағыуҙан туҡтатып торғанын ишетеп, Иордан йылғаһынан көнбайыштараҡ йәшәгән әмөриҙәрҙең һәм диңгеҙ буйында йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең батшаларының йөрәктәре алынды – бер кем дә исраилдарға ҡаршы торорға баҙнат итмәне.