Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 7:25 - Изге Яҙма

25 – Ниңә һин беҙҙе бәләгә тарыттың? – тине уға Йушағ. – Хәҙер инде Раббы һине бәләгә тарытты. Шунан исраилдар күмәкләп Ғаханды һәм уның менән булғандарҙы таш бәреп үлтерҙе лә утта яндырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 7:25
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡуп Шимғон менән Левигә: – Башыма бәлә килтерҙегеҙ һеҙ! Урындағы халыҡ – ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе миңә дошман иттегеҙ, – тине. – Кешеләребеҙ аҙ, хәҙер улар күмәкләшеп килер ҙә мине үлтерер, бөтә ырыуыбыҙ һәләк булыр!


Өс айлап ваҡыт үткәс, Йәһүҙәгә: – Киленең Тамар зина ҡылған, хәҙер ул ауырлы, – тип хәбәр иттеләр. – Тотоп алығыҙ ҙа утта яндырығыҙ, – тип әмер бирҙе Йәһүҙә.


Кармиҙың улы Ғахар, харам ҡылынырға тейешле әйберҙәрҙең бер нисәһен алып, Исраилға ҡаза килтергән кеше.


Кеше байлығына ҡыҙығыусының ахыры бер: ҡомһоҙлоғо үҙ башына етә.


Ҡомһоҙ бәндә йортона бәлә тартыр, ришүәткә юл ҡуймаған кеше – имен йәшәр.


Кем дә кем берәй ҡатынға ла, уның әсәһенә лә өйләнһә, был – боҙоҡлоҡ. Арағыҙҙа боҙоҡлоҡ булмаһын өсөн ул да, ҡатындар ҙа утта яндырылһын.


– Исраил халҡына әйт: исраилдарҙан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа балаһын Мөләх илаһына бирһә, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш. Был илдә йәшәүселәр уны таш бәреп үлтерһен.


Әгәр ҙә ҡаһиндың ҡыҙы фәхешлек итеп үҙен бысратһа, ул атаһын хурлыҡҡа ҡалдыра. Шуға күрә ул утта яндырылһын.


– Ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә сығар. Уны ишеткән һәр кем ҡулын был әҙәмдең башына ҡуйһын һәм бар йәмғиәт уны таш бәреп үлтерһен.


Һеҙҙең аралағы баш ҡатырып йөрөүселәрҙе сөннәтләү урынына тулыһынса бестереп ырғытһындар ине.


Таш бәреп үлтер уны. Сөнки ул Аллаң Раббынан, һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңдан биҙҙерергә теләне.


Был хаҡта барлыҡ Исраил ишетер ҙә ҡурҡыр һәм артабан бындай яманлыҡ эшләүҙән тыйылыр.


яуызлыҡты эшләгән ир йәки ҡатынды ҡала ҡапҡаһы янына сығар ҙа таш бәреп үлтер.


Был осраҡта ҡаланың бөтә ирҙәре уны таш бәреп үлтерһен. Арағыҙҙан яуызлыҡты шул рәүешле тамырынан йолҡоп ташла. Бөтә исраилдар ҙа был хаҡта ишетеп ҡурҡыр.


Алла ғәҙел: Ул һеҙҙе ғазаптарға дусар итеүселәргә ғазап бирер,


Берегеҙ ҙә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


Бөтә алтын-көмөш, баҡыр һәм тимер әйберҙәр Раббыға бағышлана, улар Раббының хазинаһына килтерелһен.


Әгәр берәйһендә харам ҡылынырға тейешле әйберҙәр барлығы асыҡланһа, ул кеше бөтә мал-мөлкәте менән утта яндырыласаҡ, сөнки ул Раббы менән килешеүҙе боҙған һәм Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған».


– Атайым ҡайһылай халыҡҡа бәлә килтергән, – тине Йонаҫан. – Бына ҡарағыҙ, саҡ ҡына бал ҡапҡас та күҙем асылып китте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ