Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йушағ 7:19 - Изге Яҙма

19 – Улым! – тине Йушағ Ғаханға. – Исраил Аллаһы Раббыны данла һәм Уға маҡтау яуҙыр! Нимә эшләгәнеңде миңә һөйләп бир, бер нәмәне лә йәшермә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йушағ 7:19
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һарайыңда нимәләр күрҙеләр? – тип һораны Ишағыяһ. – Һарайымдағы бөтә нәмәне лә күрҙеләр. Хазиналарымдан уларға күрһәтмәгән бер нәмә лә ҡалманы, – тип яуапланы Хизкияһ.


Хизкияһ Раббыға хеҙмәттә оҫталыҡ күрһәткән бөтә левиҙәрҙе рухландыра. Татыулыҡ ҡорбандары килтерә-килтерә, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны данлай-данлай, байрам ризығын ете көн ашайҙар.


Ул хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ярата, Ер Раббының тоғро мөхәббәте менән тулы.


Эй ҡаһарман! Нимә яуызлығың менән маҡтанаһың? Алланың тоғро мөхәббәте һәр даим минең менән.


Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.


Мин кешеләрҙе саф алтындан аҫылыраҡ, Офир алтынынан да аҙыраҡ итәм.


Ҡараңғылыҡ баҫып алғансы, Эңерҙә аяғығыҙ тауҙарҙа һөрөнгәнгә тиклем Аллағыҙ Раббыны данлағыҙ! Һеҙ яҡтылыҡ көтөрһөгөҙ, Әммә Раббы уны үлем күләгәһенә, Дөм-ҡараңғылыҡҡа әйләндерер.


Мин, Аллам Раббыға доға ҡылып һәм гонаһтарыбыҙҙы танып, былай тинем: – Бөйөк Хакимым минең, ҡөҙрәтле һәм дәһшәтле Алла! Һин Үҙеңде һөйгән һәм Һинең бойороҡтарыңды үтәгән кешеләргә ҡарата килешеүеңде тоғро һаҡлайһың.


Аллаға рәхмәт белдереү өсөн, сит ер кешеһенән башҡалары кире килмәнеме ни? – тип һораны.


Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға: – Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр.


Кем ысын йөрәктән ышана, шул Алла алдында тәҡүә булып һанала, ә тел ярҙамында иманды таныу ҡотолоу килтерә.


өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә тейеш. Алла тарафынан, бәлки, уларға ла хәҡиҡәтте танып белеү өсөн тәүбә бирелер,


оло ирҙәр айыҡ аҡыллы, ихтирамға лайыҡ, тотанаҡлы булһын, иманда, мөхәббәттә, сыҙамлылыҡта ныҡ торһон;


сөнки кеше асыулы сағында Аллаға хуш килмәҫтәйҙе эшләй.


Ғахан Йушағҡа: – Эйе, дөрөҫ, Раббыға, Исраил Аллаһына ҡарата мин гонаһ ҡылдым, – тине. – Бына мин нимә эшләнем:


Кешеләрҙе көслө селлә эҫелеге көйҙөрҙө, һәм улар был бәлә-ҡазалар өҫтөнән хакимлығы булған Алла исемен хурланылар, әммә тәүбә итмәнеләр, Алланы данламанылар.


Шаул Йонаҫандан: – Әйт, нимә эшләнең? – тип һораны. – Ҡулымдағы таяғымдың осо менән аҙыраҡ бал алып ҡапҡайным, – тип яуапланы Йонаҫан. – Бына хәҙер үлергә тейешмен инде.


Ороларығыҙҙың һындарын һәм илегеҙгә ҡырғын килтергән сысҡандарҙың һынын яһағыҙ ҙа, Исраил Аллаһына хөрмәт күрһәтегеҙ. Бәлки, Ул һеҙҙән, илаһтарығыҙҙан, ерегеҙҙән ҡаты ҡулын алыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ