17 Ул Йәһүҙә нәҫелдәренә яҡын килергә ҡушты – Зерах нәҫеленә күрһәтелде. Зерах нәҫеленән ир-егеттәргә килергә ҡушты – Завди ғаиләһенә күрһәтелде.
Уның артынан ҡулындағы ал еп менән икенсеһе лә донъяға килде. Уға Зерах тигән исем ҡуштылар.
Зерахтан – Зерах нәҫеле, Шаулдан – Шаул нәҫеле.
Нәҫелдәренә күрә йәһүҙиҙәр: Шеланан – Шела нәҫеле, Пәрәстән – Пәрәс нәҫеле, Зерахтан – Зерах нәҫеле.
Иртәгәһенә иртүк Йушағ исраилдарға ырыу артынан ырыу булып янына килергә ҡушты – Йәһүҙә ырыуына күрһәтелде.
Уның ғаиләһенән ир-егеттәргә килергә ҡушты – Йәһүҙә ырыуынан булған Зерах улы Завдиҙан тыуған Карми улы Ғаханға күрһәтелде.